Тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында. Ҡыйғы районы делегацияһы Иглин районының бер нисә ауыл хужалыҡтарына эшлекле сәфәр менән килде. Сара Байбаҡты ауылындағы «Ҡалтыман» предприятиеһы менән танышыуҙан башланды. 2021 йылда ойошмала 6 миллион һум субсидия йәлеп ителеп, 450 баш малға иҫәпләнгән һимертеү майҙансығы файҙаланыуға тапшырылған. Делегация вәкилдәре айырыуса Камил Нафиҡовтың «Агротех» хужалығы эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынды. «500 ферма» программа сиктәрендә төҙөлгән предприятиела ике һауыу роботтар эшләй. Ошо көндәрҙә ойошманың матди-техник базаһы тағы ла бер заманса ҡоролма менән байытыласаҡ.
Ошо уҡ көндө ҡыйғылар «Мизюк» крәҫтиән-фермер хужалығы эшмәкәрлеге менән танышты. Бында былтыр Рәсәйҙә етештерелгән һауыу ҡоролмаһы файҙаланыуға тапшырылып, етештереү күләме арттырылған. Эшлекле сәфәр «Балтика» Беларусия тарих һәм мәҙәниәт үҙәгендә экскурсия менән тамамланды.