Социаль мәсьәләләр буйынса берҙәм федераль шылтыратыуҙар ҡабул итеү үҙәге телефоны үҙгәрҙе

8-800-600-00-00 номеры ғәмәлдән сығарылды. Хәҙер 8 800 - 100 -00-01 һандарына шылтыратырға кәрәк, тип хәбәр итәләр Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан. Быйыл Башҡортостан халҡынан  8 меңгә яҡын шылтыратыу ҡабул ителгән.