Һауа шарттарына бәйле шундай ҡарар ҡабул ителде. Өфөнән Жилин, Аэропорт, Затон, Шаҡша йүнәлештәрендә, Бөрө юлында йөк автомобилдәре йөрөшө сикләнде. Тыйыу киске 8-гә тиклем ғәмәлдә була. Өфө урамдарында бөгөн иртән көслө ҡар арҡаһында ҙур тығындар күҙәтелде.