Ижади бәйге башҡорт йыр сәнғәтен пропагандалау һәм талантлы башҡарыусыларҙы асыҡлау маҡсатында уҙғарыла. Унда 45 йәшкә тиклемге үҙешмәкәр һәм профессиональ башҡарыусылар ҡатнаша ала. Ғаризалар 20 апрелгә тиклем ҡабул ителә. Конкурс 26-28 апрелдә Сибайҙа уҙа. Гала-концерт һәм еңеүселәрҙе бүләкләү июнь айында була.