Өфө районында «Урал» компанияһы бал ҡорто балауыҙы гранулаһын етештереү буйынса производство асҡан

Был продукция фармацевтика сәнәғәтендә, ауыл хужалығында ҙур һорау менән ҡуллана. Балауыҙҙан дарыуҙарҙың тышсаһын эшләйҙәр, оҙағыраҡ һаҡланһын өсөн, емештәрҙе ҡаплайҙар. Был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яҙған.

Тулы ҡеүәтенә эшләй башлаған производство сәғәтенә 500 килограм, айына 30-50 тонна балауыҙ гранулаһын сығарыу мөмкинлегенә эйә. Сеймал менән төбәктең умартасылыҡ хужалыҡтары тәъмин итәсәк. Яңы йүнәлеште республиканың сәнәғәт һәм ауыл хужалығы министрлыҡтары күтәреп алған. 2021се йылда предприятие проектты тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостандың сәнәғәтте үҫтереү фондынан 13 миллион һум күләмендә льготалы займ алған. «Урал» компанияһы тағы ла дауалаусы декаратив косметика, биологик актив өҫтәмәләр эшләй.