Әле производствола сменаларға бүленеп, өс йөҙгә яҡын кеше эшләй. Уларҙың күбеһе «Демография» милли проекты сиктәрендә тегенсе һөнәрен бушлай үҙләштергән. 2021 йылдың декабрендә асылған предприятиела эш шарттары һәм хеҙмәт хаҡы ниндәй? БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина ҡыҙыҡһынды.
Люциә Йәмилева Ишембайҙағы «Аркада» теген фабрикаһында иң яҡшы белгестәрҙең береһе һанала. Предприятиеға ул ярты йыл элек эшкә урынлашҡан. Ҡатын йәш сағында үҙләштергән һөнәргә кире ҡайтыуына ҡыуанып бөтә алмай. Унан бигерәк, тыуған яғында килемле хеҙмәт урыны табыу тормошон ҡырҡа үҙгәртеүен билдәләй.
Фабрикала эш кейемдәре тегелә. Былтыр 83 меңгә яҡын изделие етештерелгән. Заказдарға ҡытлыҡ юҡ, бер йыллыҡ план алдан билдәләнгән. Производство ҡеүәттәрен тағы ла арттырыу өсөн эшсе ҡулдар ғына етмәй.
Ишембайҙағы теген предприятиеһында яңы кадрҙарға ихтыяж юғары. Тағы ла алты йөҙгә яҡын хеҙмәткәр талап ителә. Заманса ҡорамалдар үҙ оҫталарын көтә. Эшкә урынлашырға теләүселәр өсөн тиҙәйтелгән программа буйынса курс әҙерләнгән, практика һәм стажировка цех стеналарында үтә.
Көньяҡ-көнсығыш район-ара мәшғүллек үҙәге «Алға» махсус иҡтисади биләмәһендә асылған производствоға кадрҙар йәлеп итеүгә булышлыҡ итә. Даими рәүештә вакансиялар йәрминкәһе, яҡындағы район-ҡалаларҙа йәшәүселәр менән осрашыуҙар уҙғарыла. «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» федераль проекты сиктәрендә «Теген ҡорамалы операторы» йүнәлеше буйынса ике айлыҡ бушлай уҡыуҙар ойошторолған. Әлегә был программаны үткән өс йөҙгә яҡын кеше хеҙмәт урыны менән тәьмин ителгән.
Предприятиеға граждандар рәсми рәүештә эшкә урынлаштырыла, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы, тулы социаль пакет ҡаралған. Карьера буйынса үҫеш мөмкинлеге лә бар. Тегенселәр билдәләүенсә, планды үтәгәндә хеҙмәт хаҡы һикһән мең һумға етә. Ишембай районы, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларында йәшәгән хеҙмәткәрҙәр өсөн яңы автобус маршруттары асылған. Шулай уҡ теләүселәр ятаҡта йәшәй ала, ул 120 урынға иҫәпләнгән.
Мартта «Аркада» предприятиеһы ҡарамғында тағы ла бер теген фабрикаһы асыла. «Алға» махсус иҡтисади биләмәһе резиденты «Заспорт» компанияһы унда спорт кейемдәре һәм экипировка етештерә башлай. Ойошмала 300-ән ашыу яңы эш урыны асыла. Әлегә граждандарҙы эшкә йәлеп итеү буйынса әүҙем мәғлүмәт кампанияһы алып барыла.
Гөлназ Хәйбуллина