Башҡортостан тәбиғәт парктарында ял итеүселәр 32 процентҡа артҡан

Былтыр бындай биләмәләргә 206 мең турист килгән. «Ҡандракүл», «Мораҙым тарлауығы», «Ирәмәл», «Асылыкүл», «Еҙем»де күптәр һайлаған, тип хәбәр итәләр. Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре буйынса дирекциянан. «Көньяҡ Урал» ҡурсаулығына ла туристар йыл әйләнәһе килә.

Халыҡ өсөн экология һуҡмаҡтары булдырылған. Башҡортостанда 200-ҙән ашыу айырыуса һаҡланған биләмә бар. Тәбиғәт парктарынан тыш был исемлеккә ҡурсаулыҡтар, милли парктар, заказниктар һәм тәбиғәт һәйкәлдәре инә.