Ошо маҡсатта 100 миллион һум аҡса бүленә. Ташлама менән 1 мең 500 тирәһе кеше файҙалана ала, 14 көнлөк юллама өсөн 60 мең тирәһе аҡса йүнәлтелә. Был турала бөгөн Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерелде. Министрлыҡ, ведомство етәкселәре ҡатнашлығындағы сарала шулай уҡ иҡтисади күрһәткестәр, полилингваль белем биреү, туризм үҫеше хаҡында ла һүҙ барҙы. Төп темалар хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Полилингваль тигән төшөнсә беҙҙең телмәргә һуңғы йылдарҙа ғына килеп инде. Әммә бөгөн мәғариф тармағын ошо белем усаҡтарынан башҡа күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел. Полилингваль мәктәптәр заман белем биреү системаһының йөҙөн, үҫешен билдәләй. Әле республикала күп телле 4 белем усағы эшләп килә, уларҙа 5 меңдән ашыу бала уҡый. Киләсәктә полилингваль мәғариф учреждениелары иҫәбе 12-гә етер тип көтөлә.
Башҡортостан сентябрҙә полилингваль белем биреү буйынса халыҡ -ара форумды ҡабул итергә әҙерләнә. Республика башлығы был өлкәгә иғтибарҙы арттырыу бурысын ҡуйҙы. Полилингваль статусы алыу оло яуаплылыҡ та өҫтәй, тине Радий Хәбиров.
Һуңғы йылдарҙа эске туризм яңы һулыш ала. Былтыр Башҡортостанға килгән туристар һаны 2 миллионға яҡынлашҡан. Әммә туристар ағымы артыуы шарттар тыуҙырыуҙы ла, төрлө саралар ойоштороуҙы ла талап итә. Һәр бер муниципаль берәмектең йөҙөн билдәләгән үҙенсәлекле, сағыу фестивалдәргә нигеҙ һалына. Белгестәр әйтеүенсә, быйыл туризмды үҫтереүгә бүленгән федераль финанслау күләме артҡан. Шулай уҡ үткән йылда старт алған «Мәктәп туризм»ы программаһы буйынса ла күберәк бала ял итә ала.
Радий Хәбиров майға тиклем Торатауға баҫҡысты файҙаланыуға тапшырырға һәм турист-мәғлүмәт үҙәктәрен төҙөү буйынса эште камиллаштыррға ҡушты. Шулай уҡ тарихи мираҫ объекттарын төҙөкләндереү ҙә дауам итә. Республика башлығы Ғафури районы Красноусол ауылындағы быяла заводы буйынса эш башларға ҡушты. Тарихи бинаның ике быуаттан ашыу тарихы бар, боронғо архитектура ҡомартҡыһы тиҫтә йылдан артыҡ ташландыҡ хәлдә.
Тағы ла бер тема - ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре хаҡында. 3 йыл элек республикала ишле һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ер участкаһы урынына аҡса бирелә башланы. Былтыр улар 70 меңгә яҡын участка һәм меңдән ашыу сертификат алған. Оператив кәңәшмәлә ҡеүәтле предприятие етәкселәре лә сығыш яһай. Был юлы «Башнефтегеофизика» акционерҙар йәмғиәтенең үҫеш йүнәлештәре ҡаралды. Тап ошо предприятие махсус хәрби операцияға тәүгеләрҙән булып ярҙам итә башланы, улар алғы һыҙыҡтағыларға йыһазландырылған «Урал» һәм еңел машиналар ебәрҙе.
Республика башлығы оператив кәңәшмәлә Төркилә ер тетрәүҙән һуң емереклектәр аҫтынан кешеләрҙе сығарыуҙа ҡатнашҡан Башҡортостан ҡотҡарыусыларына дәүләт наградалары ла тапшырҙы.
Оператив кәңәшмәлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙың ғаилә ағзаларының сәләмәтлеген нығытыу хаҡында ла һүҙ барҙы. Был эшмәкәрлек йөкмәтелгән шифахана-профилакторийҙар билдәләнгән. Радий Хәбиров юлламаларҙы ял итеүсенең ниндәй дауалауға мохтаж икәнен асыҡлап бүлергә ҡушты.
Рәмзиә Кәримова