Краснокаманан махсус операция биләмәһендәге ир-егеттәрҙең ғаиләләренә ял ойошторолдо

Әсәләр һәм балалар «Кама» балалар һауыҡтырыу лагерында өс көнлөк турҙа ял итте. Саф һауала ғаилә уйындары уҙҙы, фильмдар ҡараны, уларға шулай уҡ психологик ярҙам, оҫталыҡ дәрестәре, матурлыҡ салоны хеҙмәте күрһәтелде. Өлкәндәр һәм балалар спорт ярыштарында ҡатнашты. Ял көндәренә иҫәпләнгән «Изге эштәр мәле» туры артабан даими уҙғарыласаҡ. Ул яугирҙарҙың яҡындарын тормош мәшәҡәттәренән арындырыу, сәләмәтлектәрен нығытыу һәм мәҙәни ял иттереүгә ҡоролған.