Ул 1943 йылдың 27 февралендә Чернушки ауылын азат итеү өсөн барған һуғышта дошман дзоты амбразураһын үҙ күкрәге менән ҡаплай һәм совет батальонының уңышлы һөжүмен тәьмин итә. Ҡаһарманлығы өсөн ҡыҙылармеецҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. 1943 йылдың көҙөндә герой хеҙмәт иткән 254-се гвардия уҡсылар полкы Александр Матросов исемен йөрөтә башлай. Рәсәйҙең Оборона министрлығының Үҙәк архивында яҡташыбыҙҙың батырлығы тураһында дәлилдәр һаҡлана.
Бөгөн Өфөнөң Ленин исемендәге паркында ҡаһарманлыҡ өлгөһө ҡалдырған Алекасандр Матросовтың һәйкәленә кадет кластары уҡыусылары ҡәнәферҙәр һалды.