Асҡын районының Ҡубыяҙ ауылы өсөнсө йыл рәттән «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы»нда ҡатнаша. 2021 йылда ауыл халҡы юлдарҙы төҙөкләндереүгә өлгәшһә, былтыр трактор һатып алына. Әле техника иртә таңдан дүрт ауылдың урамдарын ҡарҙан таҙарта.