Бинаны һәм техник ҡорамалдарҙы яңыртыуға 30 миллион ярым һум аҡса йүнәлтелгәйне, сумманың 26 миллион 600 мең һумы - төбәк ҡаҙнаһынан. Ойошмаға мөрәжәғәт итеүселәр хәҙер «берҙәм тәҙрә» форматында хеҙмәтләндерелә. Семинар, түңәрәк өҫтәлдәр, тренингтар һәм вакансиялар буйынса онлайн-йәрминкә ойоштороуға заманса шарттар, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә уңайлы мөхит булдырылған. Быға тиклем «Мәшғүлеккә булышлыҡ итеү» федераль проекты буйынса Стәрлетамаҡ һәм Өфөләге үҙәктәр ҙә төҙөкләндерелгәйне.