«Дауылдан һуң»ғы уйланыуҙар. Бөрйән районында шағирә, журналист Айгөл Йәмилева-Ғәбитованың сираттағы шиғырҙар йыйынтығының исем туйы үтте. Кисә нәфис һүҙ, Яңы Собханғол ауыл мәҙәниәте йорто хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән йыр-бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Һөйләне генә түгел, бар уйланыуҙарҙы ташҡа ла баҫтырҙы. Айгөл Йәмилева-Ғәбитова өсөнсө шиғырҙар йыйынтығы авторы. Ошо уңайҙан ул тыуған Бөрйән районы Яңы Собханғол ауылы мәҙәниәт йортонда китабының исем туйын уҙғарҙы.
Үҙен талантлы шағирә булараҡ танытып өлгөргән замандашыбыҙ бөгөн «Аҡбуҙат» журналында эшләй. Бер үк ваҡытта журналистик материалдарын республиканың башҡа ваҡытлы матбуғат биттәрендә лә баҫтырып өлгөрә. Һәр аҙымын бигерәк тә Айгөлдөң яҡташтары иғтибар менән күҙәтә. Шуға ла автор китабының исем туйын да тыуған ауылында үткәрергә ҡарар иткән.
Айгөлдөң «Дауылдан һуң» китабының исем туйына яуап итеп яҡташтары концерт программаһы ла әҙерләгәйне. Яңы Собханғол ауылы мәҙәниәт йортоноң уңышлы эшләп килгән үҙ ижади коллективтары бар.
Яңы мәҙәниәт йорто республиканың төрлө профессиональ коллективтарына ла үҙ сәхнәһендә юл асыр ине. Яҡташтар менән осрашыу ауыл халҡы өсөн байрам ғына. Айгөлдөң дә ауылдаштарына ишеттерер, шиғырға һалынған йырҙары күп әле.
Азат Ғәлиуллин