Радий Хәбиров социаль селтәрҙә ошо турала яҙа. - Санкциялар үҫеш өсөн этәргес булды. Беҙҙең предприятиелар яңы шарттарға яраҡлашты. Импорт техника өсөн өс меңдән ашыу төр запас деталдәр етештереү яйға һалынды, - ти Республика етәксеһе. Техника 20 мартҡа тиклем ремонтлана. 15 апрелгә тиклем техник тикшереү үтеү ҡаралған. Быйыл яҙ республикала баҫыуҙарға 11 меңгә яҡын трактор сыға.