Бөгөн Башҡортостанда 9-сы һәм 11-се класты тамамлаусылар өсөн онлайн-консультациялар башлана

Улар Республика электрон белем биреү порталында ойошторола. 11-селәр өсөн онлайн-кәңәштәр һәр шишәмбе һәм кесаҙна була. 9-сыны тамамлаусылар һорауҙарын  шаршамбы һәм йома  бирә  ала.  Консультациялар 22 мартҡа  тиклем үткәрелә.