Өфөнән махсус хәрби операция барған биләмәгә сираттағы гуманитар ылау оҙатылды

Был юлы колонна медикаменттар, ағас-таҡта материалдары һәм шәхси посылкалар алып бара. Шулай уҡ алғы һыҙыҡтағы һалдаттарға кәрәкле ҡоролмалар менән бергә, йөк техникалары ла тейәлде. Гуманитар ылау яугирҙар һәм табиптар һорауынан сығып тупланған.