Башҡортостан «Герой ҡатыны» федераль проектына ҡушылды

Һамар ҡалаһында барлыҡҡа килгән башланғыс бөгөн Рәсәйҙең 50-нән ашыу төбәгендә тормошҡа ашырыла. Уның сиктәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдат ҡатындары хәрби кейемдә фото төшөп ирҙәренә хат яҙа. Проект һөҙөмтәләре - видеоматериалдар, фотолар менән социаль селтәрҙәрҙә танышырға мөмкин.

Республикала берләшмә эшмәкәрлеген Шишмә районынан офицер ҡатыны Эльвира көйләй. Бер нисә көндә проектҡа 40-тан ашыу һалдат әсәһе, яугирҙарҙың тол ҡатындары, һеңлеләре ҡушылған. Әле ойошма етәкселәре баш ҡалала йәмәғәт башланғысында эшләргә теләгән фотостудия эҙләй. Үҙәкләштерелгән майҙан булғанда, проектҡа күберәк гүзәл заттар ҡушыла алыр ине тип билдәләй ойоштороусылар.

Был үҙенсәлекле проектты республика кимәленә сығарырға ниәтләйбеҙ. Фотосессияларҙа беҙ кител кейеп ҡатнашабыҙ. Был хәрби кейем беҙҙең өсөн ябай түгел. Ул барлыҡ һалдат ҡатындарын берләштергән, тыл ныҡлығын кәүҙәләндергән әйбер.

Эльвира, проект кураторы, офицер ҡатыны

Сираттағы фотосессия Иглин районы үҙәгендә ойошторолдо. Проектҡа ирекмәндәр рәүешендә фотограф һәм визажист ҡушылды. Сараға килгән 5 һалдат ҡатыны араһында махсус операцияла һәләк булған Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге халыҡ батальоны яугиры ҡатыны ла бар ине. Фотосессия барышында Гүзәл тормош иптәшенә яҙған хаттарын уҡып ишеттерҙе.

Был хатты ирем ҡат-ҡат уҡый, бошонған саҡтарында уны күкрәгенә ҡыҫып, йортон хәтерләп, көс-дәрт ала торғайны. Уға балаларҙың уңыштары, көндәлек тормошобоҙ тураһында яҙа инем.

Гүзәл, Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге батальон яугирының тол ҡатыны