Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министры балалар туристик программаһына «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексы индереләсәген белдерҙе. Федераль проект буйынса мәктәп уҡыусылары музей менән бушлай таныша ала.
Башланғысты тормошҡа ашырыу өсөн ведомство етәксеһе комплекс хеҙмәткәрҙәренә логистика, транспорт, балаларҙы урынлаштырыу, туҡландырыу кеүек саралар планын барларға ҡушты. Һуңынан документ Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына тәҡдим ителәсәк.
Быйыл республика мәктәп туризмы программаһында 40 меңдән ашыу бала ҡатнаша ала. Ошо маҡсатта федераль һәм республика ҡаҙнаһынан аҡса бүленәсәк. Финанс күләме буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә икенсе урынды биләй.