Баймаҡ районында Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә ҡышҡы ат спорты ярышы уҙғарылды

Баймаҡ районында Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә ҡышҡы ат спорты ярышы уҙғарылды. Билал ауылы эргәһендә уҙғарылған сара ат парадынан башланды. Урал аръяғы райондарынан йыйылған һыбайлылар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының бөйөклөгөн күрһәтте.

Ярыш сиктәрендә башҡорт тоҡомло аттарҙа һәм саналарҙа уҙыш уҙғарылды. Күләмле сара махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы ҡеүәтләүгә йүнәлтелгәйне. Майҙанда илһөйәрлек менән һуғарылған йырҙар яңғыраны. Еңеүселәргә ҡыйыулыҡ һәм етеҙлек өсөн бүләктәр тапшырылды.