Ошо уңайҙан Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһында коммерцияға ҡарамаған ойошма етәкселәре һәм ирекмәндәргә оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» үҙәге белгестәре «хеҙмәткәрҙәрҙең эмоциональ торошо», «проекттарҙы социаль селтәрҙәрҙә рекламалау» темаларына тренингтар үткәрҙе.
Шулай уҡ юрист, бухгалтер һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре консультация бирҙе. Сарала ҡатнашыусылар коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың отчет документтарын тултырыу, гранттар конкурсында ҡатнашыу буйынса һорауҙарға яуап алды. Оҫталыҡ дәрестәренең видеояҙмаһын Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы сайтында табырға мөмкин.