Иглин районында «Онотолған кәсептәрҙе тергеҙеү» проектына йомғаҡ яһалды

Иглин районында грант ярҙамында тормошҡа ашырылған «Онотолған кәсептәрҙе тергеҙеү» проектына йомғаҡ яһалды. Программа буйынса уҡыуҙарҙы автономлы коммерция булмаған «Тигеҙ мөмкинлектәр» ойошмаһы уҙғарған. Оҫталыҡ дәрестәре былтыр көҙ башланған. Проектта ҡатнашыусылар панно, шарф, уйынсыҡтар һәм авторлыҡ кейемдәр, кейеҙҙән классик келәм баҫырға, йөндө буяп биҙәк һалырға, сувенирҙар яһарға өйрәнгән.