10 көнгә ялға ҡайтҡан Башҡортостан егеттәре ҡабат махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Республика йыйылыу пунктынан яугирҙарҙы оҙатырға яҡындары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре килде. Ял ваҡытында улар туғандары эргәһендә булыуҙан тыш, мәктәптәрҙә осрашыуҙарҙа ла ҡатнашты.

Тыуған ил, ватансылыҡ тойғоһо кеүек мәңгелек, көнүҙәк темаларға белем усаҡтарындағы асыҡ дәрестәрҙә сығыш яһаны. Эшҡыуарлыҡты ҡалдырып, мобилизацияға алынғандар тармаҡ мәсьәләләрен дә хәл итеп өлгөргән. Бөгөн ялдан сығып хәрби операцияға юлланыусыларға алмашҡа, алғы һыҙыҡтан тағы ла бер нисә төркөм яҡташтарыбыҙҙың ҡайтыуы көтөлә.