Геосәйәсәт һәм санкциялар баҫымына ҡарамаҫтан, иҡтисади тотороҡлоҡто һаҡлауға өлгәшелде, тине Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары-финанс министры Лира Иғтисамова. Бөгөн ведомство үткән йылдағы эшмәкәрлек һөҙөмтәләренә арналған коллегия ултырышына йыйылды.
Былтыр тупланма бюджетҡа һалым һәм һалым булмаған 231 миллиард һум килем алынған. Был үҫеш башлыса акциздар һәм физик шәхестәр килеменә һалымдан тәьмин ителгән. Өҫтәмә рәүештә федераль ҡаҙнанан 99 миллиард һум кире ҡайтарылмай торған аҡса алынған. Ә бюджет сығымдары 343 миллиард һумға еткән. Әлбиттә, уның күпселек өлөшө социаль өлкәгә йүнәлтелгән.