Йыл аҙағында социаль ярҙам саралары менән ҡулланыусыларҙың шәхси кабинеттары барлыҡҡа киләсәк

Был турала Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының киңәйтелгән ултырышында билдәләнде. Ведомствоның уҙған йылдағы эшмәкәрлеге күрһәткестәре менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

Былтыр сентябрҙән балалы ғаиләләр айырым социаль ярҙам сараларын алыуға Берҙәм ғариза тапшыра башланы. Процедураның ябайлаштырылыуын Өфөнән Олеся Солтанова ла ҡыуанып ҡабул иткән. Хәҙер пособие, башҡа льготаларҙы юллауҙа мәшәҡәте әҙерәк, документтарҙы бер тапҡыр туплау ҙа етә.

Документтарҙы туплап, бер көндә барлыҡ социаль ярҙам сараларына ғариза тапшырыу уңайлы. Беренсенән, түләүҙәрҙе ҡалдырмайһың, икенсенән, ваҡыт яғынан да экономия. Белгестәр барлыҡ льготалар тураһында ла яҡшы итеп аңлата, ведомство-ара бәйләнеш булғас, тейешле белешмәләр ситтән тороп һорап алына.

Олеся Солтанова, күп бала әсәһе

Былтыр республикала граждандарҙы социаль ярҙам саралары менән тәьмин итеүгә 33 млрд һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгәйне. Улар менән 1 миллион 200 мең кеше файҙаланды. Был турала Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының киңәйтелгән ултырышында билдәләнде. Сара сиктәрендә ведомствоның уҙған йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды.

Әлегә социаль хеҙмәт алыусыларҙың шәхси кабинеттарын булдырыу өҫтөндә эш алып барыла. Йыл аҙағында һәр кем сайтта теркәлеп, үҙенә ниндәй түләүҙәр ҡаралғанын белә аласаҡ. Шул уҡ ваҡытта пособие, башҡа льготаларға заявкаға кире яуап килгәндә - сәбәбе лә шунда уҡ күренәсәк.

Ленара Иванова, Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры

Коллегияға муниципалитеттарҙа социаль сәйәсәтте уңышлы алып барған хакимиәт етәкселәре, мәшғүллек үҙәктәре вәкилдәре лә саҡырылғайны.

Былтыр республика «социаль хеҙмәтләндереү» буйынса дәүләт социаль заказы механизмдарын һынау буйынса пилот проектка индерелгәйне. Социаль сертификат буйынса өй шарттарында хеҙмәт күрһәтеүселәр исемлегендә хәҙер 55 дәүләт булмаған ойошма. Улар тарафынан 36 меңдән ашыу кешегә ярҙам курһәтелгән. Опека органдары һәм «Ғаилә» үҙәктәренең берҙәм эше һөҙөмтәһе - республикала социаль етемлек 61,5 процентҡа тиклем кәмегән. Шул уҡ ваҡытта йылдан йыл ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар кәмей.

Хеҙмәт баҙарында көсөргәнеш булдырмай, граждандар алдында дәүләттең социаль йөкләмәләрен тулыһынса үтәү - төп бурыстарҙың береһе. Былтыр ҡабул ителгән саралар ярҙамында эшһеҙлек буйынса иң түбән күрһәткескә ирешелде. Ул 3,4 процент тәшкил итте. Иҫәптә тороусылар һаны 22 меңдән 16 меңгәсә кәмегән. Предприятиеларҙа хеҙмәт урындарын һаҡлау буйынса өҫтәмә ярҙам саралары ла уңышлы тормошҡа ашырыла.

Гөлназ Хәйбуллина