Сит илдәргә Башҡортостандың алкоголь продукцияһы. «Башспирт» акционерҙар йәмғиәте дуҫтарса илдәр, атап әйткәндә, Ҡаҙағстан менән мөнәсәбәттәрҙе тергеҙеү буйынса әүҙем эш алып бара башланы.
2022 йылдың декабрендә Ҡаҙағстан компанияһы етәкселеге «Башспирт» йәмғиәтендә эш сәфәре менән булып, урындағы продукцияларҙы ауыҙ итте. Был компания алкоголь баҙарында 2009 йылдан алып эшләй һәм Ҡаҙағстан Республикаһында иң эре дистрибьюторҙарың береһе һәм алкоголь продукцияһын импортлаусы булып тора.
Сит ил вәкилдәренә Башҡортостан продукцияһы, атап әйткәндә, ҡайһы бер бальзамдар һәм араҡылар оҡшаған. Һөҙөмтәлә улар өс вагон күләмендәге эсемлектәргә заказ биргән. Бөгөн Ҡаҙағстан компанияһы адресына икенсе вагон тейәлде. 2023 йыл аҙағына тиклем сит илгә ай һайын 2-шәр тимер юл вагон тейәп оҙатыу күҙаллана.