Былтыр Башҡортостандың таможня хеҙмәте тарафынан 162 меңдән ашыу контрафакт продукция асыҡланған

Уларҙы республикаға законһыҙ индерергә теләгәндәр. Был күрһәткес 2021 йыл менән сағыштырғанда алты тапҡырға күберәк.

Маркаһы булмаған өҫ, аяҡ кейемдәре, төрлө аксессураҙар, шул иҫәптән телефон өсөн кәрәк-яраҡтар. Зыян күләме 100 миллион һумға баһаланған. «Тауарҙарҙы индивидуалләштереү сараларын законһыҙ файҙаланыу» статьяһы буйынса өс енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Материалдар бөгөн полиция бүлектәрендә һаҡлана. Был турала Башҡортостан таможняһы етәксеһе Марат Сәфиуллин «Башинформ» агентлығында ойошторолған матбуғат конференцияһында белдерҙе.

Предприятие етәкселәре иғтибарына - ай һайын статистик формаларҙы тултырһындар ине. Бының бер ҡыйынлығы ла юҡ, шәхси каибенетҡа инеп, электрон формала эшләргә мөмкин. Былтыр административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙың яртыһынан күбеһе ошо формаларҙы ваҡытында, йә дөрөҫ тултырмауға бәйле.

Марат Сәфиуллин, Башҡортостандың таможня хеҙмәте етәксеһе