Идаралыҡтың 15 йыллыҡ юбилейына арналған 15 сәғәтлек бушлай саралар Өфөлә ойошторолдо. Бер нисә көн дауамында баш ҡаланың Күп функциялы биш үҙәгендә Росреестр белгестәре милек хоҡуғын теркәү, операцияның хәүефһеҙлеге, гараж, дача амнистияһы һәм башҡа һорауҙарға яуап бирҙе.
Өҫтәмә консультацияларҙа ябай граждандар һәм эшҡыуарҙар ҡатнашты. Күҙмә-күҙ әңгәмәләрҙән тыш, халыҡ өсөн Күп функциялы үҙәктәрҙәге компьютерҙар аша мөрәжәғәт итеү ойошторолған, 9 ойошмала видеобәйләнеш булдырылған. Шулай уҡ экранда күрһәтелгән колл-үҙәк телефон һандары буйынса шылтыратып, консультация алырға мөмкин.