Өфөлә Азалия Шәйхуллина менән София Киселеваның һүрәттәр күргәҙмәһе ойошторолдо

Теләктәр тормошҡа аша. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Дәүләкәндән Азалия Шәйхуллина менән Ейәнсуранан София Киселеваның һүрәттәр күргәҙмәһе ойошторолдо. Экспозиция үҙенсәлекле үҫмерҙәрҙең эштәрен һатыу маҡсатында үткәрелде. Ижади эштәрҙе һатҡан аҡсалар ҡыҙҙарға нисек ярҙам итәсәге хаҡында киләһе яҙмала.

Азалия Шәйхуллина Дәүләкәндә йәшәй. Һәләтле ҡыҙ 3 йәшендә ҡулына ҡылҡәләм алған. Ижади эштәренән Өфөлә күргәҙмә ойоштороу теләге күптән булған. Азалияға 9 йәш. Ул киләсәктә профессиональ рәссам карьераһы хаҡында хыяллана. Ә бөгөнгө күргәҙмәлә ҡуйылған һүрәттәрҙе һатыуҙан килгән аҡсаны ул һөнәри үҫеше өсөн тотонмаҡсы.

Һүрәт төшөрөү һәләте миңә әсәйемдән һәм олатайымдан күскән. Был проектта ҡатнашыу өсөн мин һүрәттәрҙән тыш, үҙем һәм ғаиләм тураһында ҡыҫҡа ғына хикәйә яҙҙым. Унда беҙҙең нәҫелебеҙҙең шөғөлләре хаҡында һөйләйем.

Азалия Шәйхуллина, «Ижади теләктәр шыршыһы» проектында ҡатнашыусы

София Шафиҡова Ейәнсура районы Ҡарадигән ауылынан. Ул да һүрәт төшөрөргә әүәҫ. Икенсе класта уҡыусы ҡыҙ пластилиндан эшләнгән ижади эштәрен һатып, һүрәт төшөрөү өсөн интерактив планшет алырға теләй. Санкт-Петербургта йортло булыу, ныҡлап аяҡҡа баҫыу ҙа ҡыҙҙың яҡты хыялы.

Һәләтле ҡыҙҙарҙы республика парламенты депутаттары, ҡала эшҡыуарҙары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре тәбрикләне. Азалия менән Софиянан һатып алынған ижади эштәр Республика балалар реабилитация үҙәгенә тапшырыласаҡ.

Икенсе тапҡыр ойошторолған «Ижади теләктәр шыршыһы»нда быйыл 2500-ҙән ашыу бала ҡатнашҡан. Эскерһеҙ бала саҡ хыялын йөрөтөүсе ижадсыларға был проект киң мөмкинлектәр аса. София Шафиҡова менән Азалия Шәйхуллинаның ижади эштәренән торған күргәҙмә 1 июнь - Балаларҙы яҡлау көнөнә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа ойошторолор тип күҙаллана.

Гүзәл Борханова