Башҡортостан башлығы республиканың һуңғы йылдарҙағы ҡаҙаныштары менән ентекләп таныштырҙы. Уҡыу йортон тамамлаусыларҙың киләсәге өмөтлө булыуын да билдәләне. Уҡыу йортонда Башҡортостан башлығы шулай уҡ Мәскәүҙә белем алыусы яҡташтарыбыҙ менән дә осрашты. Башҡортостан башлығының йәштәргә эшлекле тәҡдимдәрен һәм дөйөм әңгәмә барышын БЮТ хәбәрселәре лә тыңланы.
Аудиторияла тынлыҡ. Студенттар алдында Рәсәйҙең терәк төбәктәренең береһе, Башҡортостан башлығы сығыш яһай. Радий Хәбиров күптән студенттар дәрес үткәргәне булмаһа ла, йәшерәк сағындағы тәжрибәһен тиҙ иҫенә төшөрҙө. Лекция айырым Башҡортостан тураһында булһа ла, уны илдең төрлө төбәктәренән йыйылған егеттәр-ҡыҙҙар йотлоғоп тыңланы.
Башҡортостан илдә сәнәғәт сәйәсәте, фәнни-техник үҫеш, бизнес өсөн инвестиция климаты йәһәтенән илдә алдынғы төбәктәр исемлегендә. Тышҡы иҡтисади үҫеш буйынса ла һөҙөмтәле эшмәкәрлек алып барыла. Был йүнәлеш иһә бигерәк тә халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты студенттарын ҡыҙыҡһындыра.
Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты илдең иң абруйлы юғары уҡыу йорттарының береһе. Уны тамамлаусылар йыш ҡына дипломат булып китә һәм сит ил эштәре министрлығында эшләй. Радий Хәбиров студенттарға ни өсөн улар Башҡортостандың сит илдәге вкәиллегендә эшләргә теләй тигән темаға эссе яҙырға тәҡдим итте.
2021 йылдың 3 июнендә Санкт-Петербургтағы иҡтисади форум майҙансығында Башҡортостан, Рәсәй сит ил эштәре министрлығының Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документ ике аралағы бәйләнештәрҙе бөтә яҡлап үҫтереүҙе күҙаллай. Уҡыу йорто маҡсатлы программа буйынса профилле белгестәр әҙерләп, Башҡортостандың кадрҙар ҡеүәтен нығытыуҙа ла ҡатнаша. Институт ректоры Башҡортостан башлығы менән осрашыу барышында республика йәштәренең әҙерлеген юғары баһаланы. Өфөлә төҙөләсәк ВУЗ-ара кампус проекты ла юғары баһа алды. Радий Хәбиров фекеренсә, был йәһәттән ныҡлы рәүештә Мәскәүҙә дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты тәжрибәһенә ышанырға мөмкин.
Радий Хәбиров Мәскәүҙең төрлө юғары уҡыу йорттарында белем алған Башҡортостан йәштәре менән дә осрашты. Осрашыу барышында Радий Хәбиров, үҙе лә йәш сағында илебеҙ баш ҡалаһында уҡырға теләге булыуын йәшермәне.
Башҡортостан башлығы менән осрашыу һорау-яуап форматында үтте. Радий Хәбиров менән әңгәмә ҡорорға теләүселәр сиратҡа теҙелде.
Студенттар төҙөлөш, транспорт, мәҙәниәт һәм йәшәйешебеҙҙең башҡа төрлө өлкәләренән проекттары менән дә таныштырҙы. Башҡортостан башлығы профилле министрлыҡ һәм ведомстволар вәкилдәренә уларҙы ентекле өйрәнергә ҡушты. Радий Хәбиров Башҡортостан абитуриенттарының Мәскәүҙә белем алырға ынтылышы яҡшы күренеш, әммә иң мөһиме квалификациялы белгестәрҙең республика һәм уның күп милләтле халҡы мәнфәғәтенә хеҙмәт итеү өсөн атайсалыбыҙға кире ҡайтыуы тип белдерҙе.
Рафиҡ Әхмәтшин