Республика парламенты Думаға балаһыҙ йәшәү идеологияһын таратыуҙы тыйған закон проектын тәҡдим итте

Документ ҡабаттан ҡарауға индерелә. Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов белдереүенсә, ҡанун проекты традицион ғаилә ҡиммәттәрен үҫтереү маҡсатында әҙерләнгән. Федераль парламент депутаттары уның беренсе вариантын хуплаған. Балалар һәм үҫмерҙәр араһында чайлдфри төшөнсәһен пропагандалау өсөн яза ҡарала.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт