"Алда ҙур һынауҙар көтә. Санкция баҫымы бар. Әммә Рәсәй һәм Башҡортостан иҡтисады тотороҡло булып сыҡты. Тиҙ арала яңы шарттарға яраҡлаштыҡ". Республика Башлығы Радий Хәбиров Мәскәү халыҡ-ара бәйләнештәр институты студенттары менән осрашыу барышында шулай тип белдерҙе. - Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәре менән хеҙмәттәшлекте нығытабыҙ. Беҙҙең менән эшләргә теләгән дәүләттәр менән бәйләнештәр булдырабыҙ, - тине Радий Хәбиров.