Беҙҙең республикала ошондай проект һынау үтә. Вице-премьер – Финанс министры Лира Иғтисамова “Страгетик башланғыстар агентлығы” ойошторған видеокәңәшмәлә шулай тип белдерҙе. Төбәк социаль стандарты социаль өлкәлә күрһәтелгән хеҙмәттәр сифатын яҡшыртыу өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда социаль координаторҙар хеҙмәте эшләй. Уға ярашлы, берҙәм тәҙрә тәртибендә халыҡҡа ярҙам күрһәтелә.