Был турала вице-премьер Марат Хөснуллин белдерҙе. Ҡуйылған бурысты 28 төбәк башҡарып сыҡҡан. Хәҙер уларҙа 2023 йылға тиклем авария хәлендә тип табылған йорттарҙан күсереү программаһы ғәмәлгә ашырыла. Башҡортостанда быйыл 2 миллион квадрат метрға яҡын торлаҡта йәшәүселәр күсерелергә тейеш.