Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә йәш кадрҙар менән аралашты

Баш ҡаланың дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты студенттарына уҡыған лекцияла Республика етәксеһе төбәк ҡаҙаныштары, үҫеш мөмкинлектәре менән таныштырҙы. Ике йыл элек Башҡортостан һәм Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылғайны.

Документ ике аралағы бәйләнештәрҙе бөтә яҡлап үҫтереүҙе күҙаллай. Уҡыу йорто маҡсатлы программа буйынса профилле белгестәр әҙерләп, Башҡортостандың кадрҙар ҡеүәтен нығытыуҙа ла ҡатнаша. Т

өбәк башлығы менән әңгәмәлә йәштәр төҙөлөш, транспорт, мәҙәниәт һәм башҡа төрлө өлкәләрҙәге проекттары менән таныштырҙы. Радий Хәбиров профилле министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәренә уларҙы ентекле өйрәнергә ҡушты. Осрашыуҙан һуң, Мәскәүҙә белем алған күп кенә республика студенттары кире Атайсалға ҡайтып, тыуған ер мәнфәғәтендә эшләргә теләге тураһында белдерҙе.