Уҙған төндә баш ҡаланың Минһажев урамындағы торлаҡ йортта сыҡҡан янғында ике кеше һәләк булған

Осраҡ тураһында Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығына хәбәр итәләр. Ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр йүнәлтелә. Ҡотҡарыусылар уттың таралыу хәүефен сикләп, уны тиҙ арала һүндерә. Йорттоң ҡыйығы зыян күреүе билдәле. Янғынды һүндергәндә ике кешенең кәүҙәһе табылған. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.