Донъяла мөхәббәт хакимлыҡ иткәндә, уның шиғырҙары ла йәшәйәсәк. Һөйөүгә дан йырлаусы әҙиптең мәңгелек хис-тойғоларға дан йырлаусы ижады бөгөн дә көнүҙәк. Үҙ ғүмерен мөхәббәт илсеһе булып йәшәгән билдәле драматург, Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына 95 йыл тулды. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында ошо уңайҙан хәтер кисәһе үтте.
Театр фойеһында ҡунаҡтарҙы икмәк- тоҙ, йыр -моң менән Тәтешлеләр ҡаршы алды. Әнғәм Ҡасим улы Тәтешле районы Иҫке Күрҙем ауылында донъяға килгән. Шиғырға ылығыуы бала саҡта уҡ башланған.
«Йөрәк менән һөйләшеү» исемле тәүге шиғыр йыйынтығы 1958 йылда донъя күргән. Егерменән ашыу китап нәшер иткән. Кисәлә әҙиптең төрлө йылдарҙа яҙған шиғырҙары яңғыраны.
Алтмышынсы йылдарҙа ул драматургия өлкәһендә танылыу ала. «Ул ҡайтты» «Законлы никах менән!» «Балаҡайҙарым», «Игеҙәктәр» һәм башҡа пьесалары театрҙар сәхнәһендә лайыҡлы урын биләй.
Бер төркөм әҙиптәр, яҡындары, яҡташтары Әнғәм Ҡасим улының ҡәберенә зыярат ҡылды. Шағир Өфөнөң Мосолман зыяратында ерләнгән.
Тәтешле районында Әнғәм Атнабаев исемендәге урам бар, Иҫке Күрҙем мәктәбе уның исемен йөрөтә, туғандары йорт-музей булдырыу ниәте менән яна һәм шәхескә тыуған яғында быйыл һәйкәл ҡуйыу күҙаллана.
Рәмилә Исмәғилева