Псков десантсыларының Чечен Республикаһының Аргун тарлауығындағы ҡаты алышта күрһәткән батырлығына 23 йыл тулды. Улар араһында Башҡортостанда тыуып үҫкән гвардия майоры Александр Доставалов менән кесе сержант Роман Афанасьев та була.
Ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙы социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров иҫкә алды. Тиңһеҙ яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн Александр Доставалов үҙе һәләк булғандан һуң Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ була. Ошо уҡ алышта ғүмере өҙөлгән Роман Афанасьев «Батырлыҡ» ордены менән бүләкләнә.
Әлеге ваҡытта Роман Афанасьевтың исеме Бәләбәй районындағы «Глуховская» шифаханаһына бирелгән. Александр Доставалов исемен Ишембайҙағы Волга буйы федераль округы кадет корпусы йөрөтә. Социаль селтәрҙәге яҙмаһында Башҡортостан башлығы геройҙарҙың исеме әлеге ваҡытта айырыуса әһәмиәткә эйә булыуын, Александр Доставалов исемендәге батальон яугирҙарының хәрби бурысын намыҫ менән үтәүен билдәләгән.