Башҡортостанда 6 меңдән ашыу ғаилә газификация сертификаты ярҙамында зәңгәр яғыулыҡҡа тоташҡан

Был турала Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тура эфирында үткән брифинг барышында республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин хәбәр итте.

Йортҡа газ үткәреү өсөн сертификат тапшырыу 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Дәүләт программаһына ярашлы, «Газпром» ойошмаһы торбаларҙы участкаға тиклем индерә. Ҡоролмалар һатып алыу өсөн сертификат республика бюджеты иҫәбенән бирелә. Тик уның менән айырым граждандар категориялары - Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары, аҙ тәьмин ителгән күп балалы һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләүсе ғаиләләр генә файҙалана ала. Быйыл сертификат күләме 100 мең һум тәшкил итә. Шулай уҡ брифинг барышында газификации менән догазификацияның айырмаһы һәм зәңгәр яғыулыҡты үткәреү тәртибе тураһында ла һүҙ барҙы.