Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы футболға ылыҡтырыу буйынса социаль проект тормошҡа ашырыла

Футбол уйынында сиктәр юҡ. Етенсе йыл Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы был спорт төрөнә ылыҡтырыу буйынса социаль проект тормошҡа ашырыла. Ошо ваҡыт эсендә биш йөҙҙән ашыу малай-ҡыҙ футбол буйынса күнекмәләр үткән.

Тренерҙар ымлап һөйләшеүҙе үҙләштереп, ишетеү һәләте насар булған малай-ҡыҙҙар менән дә уңышлы шөғөлләнә. Сираттағы күнекмә 30-сы коррекция мәктәп-интернаты тәрбиәләнеүселәре өсөн ойошторолдо, залда йыйылған иллегә яҡын бала уйын ҡағиҙәләре менән танышып, дөрөҫ итеп туп тибергә өйрәнде.

Мин футбол уйнарға яратам. Ҡапҡаға туп индереп, команда менән еңеү яулаһаҡ ныҡ ҡыуанам. Киләсәгемде ошо спорт төрө менән бәйләргә уйлайым.

Никита Качалкин, Өфөнөң 30-cы коррекция мәктәп-интернаты уҡыусыһы