Өфөлә паллиатив дауаланыу үтеүсе балаға сираттағы операция эшләнде

Әмәлиәт Мәскәү белгестәре ҡатнашлығында үтте. Улар шулай уҡ балаларҙың ата-әсәләре менән осрашып, дауахананың паллиатив бүлегендә эшләүсе медицина хеҙмәткәрҙәре менән тәжрибә уртаҡлашты. Оҫталыҡ дәрестәре Өфөнөң 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһында үтте. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Ольга Левчук ҡурсаҡ ярҙамында Мәскәү белгестәре өйрәткән алымдарҙы үҙләштерә. Өс йыл самаһы сабыйын зонд ярҙамында туҡландырғандан һуң, бөгөн ата-әсә ҡатмарлы процедураға ризалашҡан. Бала операция өҫтәлендә булған арала ул педиатрҙарҙан файҙалы кәңәштәр алды.

Зонт менән туҡланған балаларға йәшәү ҡатмарлы. Ауыҙ-танауға ҡуйылған ҡоролмаларҙы өс-биш көнгә бер алмаштырып торорға кәрәк. Сит есемгә танау ҡыуышлыҡтарының боҙолған осраҡтары ла юҡ түгел. Шуға ла гастростома эште тағы ла еңеләйтергә булышлыҡ итә. Быны беҙ ҡурсаҡ ярҙамында ҡайһы бер ата-әсәләргә аңлатырға тырыштыҡ.

Татьяна Шубина, Мәскәү ҡалаһының «Маяҡлы йорт» балалар хосписы педиатры, Д.Рогачев исемендәге балалар гематологияһы, иммунология һәм онкология ауырыуҙарын тикшереү милли медицина үҙәге табип-эндоскописы

Паллиатив бүлектәге балаға бөгөн сираттағы операция эшләнде. Ул бүлектең бар медицина персоналы ҡатнашлығында, федераль үҙәк белгестәре күҙәтеүендә барҙы.

Гастростома, йә иһә ашҡаҙан һәм ҡорһаҡ ҡыуышлығын тоташтырған яһалма ярыҡ аша туҡландырыу зондтан ҡарағанда күпкә отошлораҡ. Хәлде күпкә еңеләйтә. Бөгөн республикала паллиатив пациенттар һаны 400-ҙән ашыу иҫәпләнә.

Назогастраль зондтан гастростомаға күскән баланың мөмкинлектәре арта. Ул төрлө инфекцияларға ҡаршы тора ала башлай. Операция беҙгә федераль үҙәк белгестәре тәжрибәһен үҙләштереү мөмкинлеген дә бирҙе. Бынан сығып паллиатив пациенттарға ярҙам итеүгә шарттар тыуҙырыла.

Регина Федорова, Өфөнөң 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһы баш табибы урынбаҫары

Әйткәндәй, былтыр Өфөнөң 17-се ҡала клиник дауаханаһында 6 балаға ошондай операция эшләнгән. Яҡын көндәрҙә тағы ла бер-нисә әмәлиәт үткәреү ҡаралған.

Азат Ғәлиуллин