Башҡортостан урман янғындары менән көрәшкә ҙур иғтибар бүлә

  Был турала  Федераль  урман хужалығы  агентлығы  етәксеһе Иван Советников  белдерҙе.  Ул  Өфөлә  Радий  Хәбиров  менән осрашты. - Уҙған йылда  урман  янғындары  күпкә кәмене.  Урмандарҙы  тергеҙеү буйынса  ҙур  эш алып барыла. Башҡортостан  биләмәләрҙе янғындарҙан һаҡлау  буйынса  алдынғы  төбәктәр  рәтендә, - тине  Иван Советников.