Башҡортостан йәмәғәтселеге режиссер, актер һәм уҡытыусы Азат Нәҙерғоловты һуңғы юлға оҙатты

Республиканың халыҡ артисының 60 йәшендә йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Азат Нәҙерғолов хеҙмәт юлын актер булараҡ Башҡорт дәүләт академия драма театрында башлай. Оҙаҡ йылдар Милли йәштәр театрында художество етәксеһе вазифаһын башҡара. “Азат Әхмәҙулла улы үҙ эшенең ысын оҫтаһы булды. Тыуған ерен, хеҙмәтен, студенттарҙы яратты. Патриот булды”, - Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы Гөлсәсәк Саламатова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Азат Нәҙерғолов Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнде.