Оборона сәнәғәте һағында 80 йыл. Стәрлетамаҡтың «Авангард» предприятиеһы тарихи юбилейын рекордлы күрһәткестәр менән ҡаршы ала. Завод илдең оборона тармағы өсөн дәүләт заказдарын башҡара һәм оҙонайтылған шартлатыу матдәһе етештереү буйынса төп предприятие булып тора. Махсус хәрби операция башланғандан һуң Стәрлетамаҡ продукцияһына ихтыяж айырыуса артҡан. Стратегик объекттың киләсәккә бурыстары хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Стәрлетамаҡтың «Авангард» заводы илдең иң ҡеүәтле оборона предприятиеларының береһе, уның 80 йыллыҡ бай тарихы бар. Заводтың тыуған көнө тип 1943 йылдың 23 феврале иҫәпләнә. Был осраҡлы түгел. Тап ошо көндә тәүге продукция-данлыҡлы Катюша реактив минометтары өсөн дары шашкаһы етештерелә башлай.
Йылдар буйы һыналған технологиялар, хәүефһеҙ эш шарттары - стратегик объекттағы төп талаптар. Операторҙар линиялағы эш барышын ентекле күҙәтеп тора. Ғәҙәттән тыш йәки көтөлмәгән осраҡтар килеп сыҡҡанда ҡоролмалар тиҙ арала туҡтатыла. Цехтарҙа хәрби продукция ғына түгел, тау байыҡтырыу һәм нефть газ сәнәғәте өсөн тауарҙар ҙа етештерелә.
Бер быуатҡа яҡын ваҡыт эсендә Стәрлетамаҡ предприятиеһының күтәрелеш осоро ла, көрсөккә терәлгән мәлдәре лә була. Әммә хәҙерге заманда тарихи завод оборона сәнәғәтенең һағында тора. «Авангард» продукцияһынан башҡа реактив ракета комплекстары өсөн снарядтар һәм ерҙән идара ителгән авиация ракеталары сығарыу мөмкин түгел.
Тарихи предприятие киләсәктә «Ростех» корпорацияһы составында эшләргә йыйына. Был туралағы указға Ил Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған. Үҙгәреш яңы үҫеш мөмкинлектәре аса.
«Авангард» оборона һағында тороуҙан тыш, Стәрлетамаҡ халҡын эш урындары менән тәьмин иткән төп предприятиеларҙың береһе. Заводта ғаилә династиялары күп, тарихи юбилей айҡанлы бөгөн хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырылды. Дәүләт заказы артыу менән бәйле һуңғы йылдарҙа цехтар йәш кадрҙар менән дә тулыланған.
Рәмзиә Кәримова