Төбәк автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, М-5 трассаһының 1542-се километрында юлға сығып барған «КрАЗ» автомобиле «Вольво» менән бәрелешә. Үҙ сиратында «Вольво» ҡаршы юлдағы «Исудзу» һәм «Скания» йөк машинаһына барып төкәлә. Авария һөҙөмтәһендә «Исудзу»ға идара иткәнә 39 йәшлек водитель зыян күргән, ул дауаханаға һалынған. Алдараҡ ошо уҡ участкала бер юлы дүрт йөк автомобиле бәрелешкән булған. Бәхеткә, бер кем дә зыян күрмәгән, ике юл осрағы буйынса ла тикшереү бара.