Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры музейында Рудольф Нуриевтың 85 йыллығына арналған картиналар күргәҙмәһе асылды. Уның авторы - Санкт-Петербург рәссамы Лариса Әхмәҙиева. Экспозицияла 35 эш тәҡдим ителгән.
Балетмейстер Рудольф Нуриевтың сәхнә тормошон сағылдырған картиналарҙан тыш, күргәҙмәлә Сергей Аксаков, Федор Шаляпин һынландырылған рәсемдәр урын алған. Эштәрҙең бер өлөшөн рәссам Лариса Әхмәҙиева баш ҡалала асыласаҡ Рудольф Нуриев музейы фондына бүләк итергә ниәтләй. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры музейындағы күргәҙмә менән 15 мартҡа тиклем танышырға мөмкин.