Айырма утыҙ процент тәшкил итә, тине Радий Хәбиров урман хужалығы федераль агентлығы етәксеһе Иван Советников менән осрашыуҙа. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, урмандарҙы һаҡлау эше бер-нисә йүнәлеш буйынса алып барыла. Янғындарҙы һүндереү техникаһы алына, яңы ағастар ултыртыла, урман сәнәғәте субсидиялана.
Иван Советников әйтеүенсә, Башҡортостан урмандарҙы тергеҙеү планын арттырып үтәй. Йәғни ҡырҡыуға ҡарағанда йәш үҫентеләр күберәк ултыртыла. Төбәк етәкселегенең урманға ҡарата һаҡсыл ҡарашы күҙгә күренеп тора, тине федераль ведомство етәксеһе.