Өфөгә Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Чернышенко килде

Республика баш ҡалаһында ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осраша, йәш ғалимдар һәм эшҡыуарҙар менән аралаша, Өфө фән һәм технологиялар, шулай уҡ нефть университеттарына бара. Бынан тыш, вице-премьер социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләре һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса федераль округ кәңәшмәһен үткәрә.