Республика Башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, мотлаҡ медицина страховка программаһына инмәгән ашығыс ярҙам күрһәткән табиптарға финанс ярҙам була. Мәҫәлән, участка табиптарына йыл дауамында ай һайын 14,5 мең һум түләнә. Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәте водителдәренә – 12 мең һум, махсус бригадалар фельдшерҙары һәм шәфҡәт туташтарына өҫтәмә 7 мең һум тәғәйенләнә.