Өфөлә Волга буйы федераль округы буйынса кәңәшмә уҙғарылды

Өфөлә «Рәсәй субъекттарына урман мөнәсәбәттәре буйынса тапшырылған вәкәләттәрҙең үтәлеше»нә бәйле Волга буйы федераль округы буйынса кәңәшмә уҙғарылды. Пленар ултырышта урмандарҙы тергеҙеү һәм һаҡлау, янғын хәүефһеҙлеге, кадрҙар менән тәьминәт, эшмәкәрлекте һанлаштырыу мәсьәләләре күтәрелде. Урман хужалығы федераль агентлығы етәкселеге билдәләүенсә, Башҡортостанда урман янғындарын иҫкәртеү буйынса һөҙөмтәле эш алып барыла.

Башҡортостан урман янғын хәүефе булған миҙгелгә әҙерлек буйынса алдынғы төбәктәр исемлегендә. Былтыр республика янғындарҙы һүндереү буйынса тәүге биш төбәк иҫәбенә инде. Йәшел ҡалҡанды ялмап алған ут уртаса өс-дүрт сәғәт эсендә юҡ ителә.

Вячеслав Спиренков, Урман хужалығы федераль агентлығы етәксеһе урынбаҫары

Урмандарҙы тергеҙеү - беҙҙең эшмәкәрлектең мөһим өлөшө. Әйтәйек, былтырғы һөҙөмтәләр буйынса Башҡортостан был йүнәлештә планды арттырып үтәне. Республикала ылыҫлы ағастарҙан тыш, йүкә лә ултыртыла. Ул урманға ғына түгел, төбәктең иҡтисадына ла ыңғай тәьҫир итә, бал продукцияһын етештереүселәр тураһында һүҙем. Был яҡшы күрһәткес.

Иван Советников, Урман хужалығы федераль агентлығы етәксеһе

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар өсөн Өфө лимонарийына экскурсия ла уҙғарылды. Уҡытыу-тәжрибә хужалығы хеҙмәткәрҙәре ҡунаҡтарҙы экзотик үҫемлектәр менән таныштырып, уларҙы тәрбиәләү технологияһы менән таныштырҙы.