Бөгөн «Салауат Юлаев» Гагарин кубогына плей-оффтың беренсе раундының икенсе матчын уҙғара

Бөгөн Өфөнөң «Салауат Юлаев» хоккей клубы үҙ боҙонда Гагарин кубогына плей-оффтың беренсе раундының икенсе матчында Владивостоктың «Адмирал»ы менән көс һынаша. Иҫәп әлегә Владивосток командаһы файҙаһына 1:0. Шаршамбы «Адмирал» яҡташтарыбыҙҙы овертаймда Прохор Корбиттың шайбаһы ярҙамында еңде. Матчтың тура трансляцияһын беҙҙең телеканалда киске сәғәт 7 тула 15 минутта ҡарағыҙ.

Плей-оффҡа бер нисә ай дауамында килдек. Был осорҙоң яуаплылығын һәр кем аңлай. Шуға ла барыбыҙға ла ныҡышмалыраҡ, тырышыраҡ булырға кәрәк тип уйлайым.

Данил Алалыкин, «Салауат Юлаев» хоккей клубы һөжүмсеһе